Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Август 2025, 11:41

Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын

Ғәлиә ХӘЙБУЛЛИНАны ҡотлайбыҙ!

Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын

Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ, эшсән, тырыш, өлгөр хеҙмәткәр - Ғәлиә Әхтәм ҡыҙы ХӘЙБУЛЛИНАны ғүмеренең матур байрамы - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ғәлиә Әхтәм ҡыҙы, һеҙ оҙаҡ йылдар үҙ эшегеҙҙе намыҫ менән тырышып башҡараһығыҙ, балаларға сифатлы белем, тәрбиә биреү өсөн бар күңелегеҙҙе һалып эшләйһегеҙ, үҙегеҙгә йөкмәтелгән бар эштәрҙе лә ҙур яуаплылыҡ менән еренә еткереп үтәйһегеҙ. Ҙур педагогик тәжрибәгә эйә булараҡ, коллегаларығыҙ, уҡыусыларығыҙ, ата-әсәйҙәр алдында ҙур хөрмәткә лайыҡһығыҙ.
Алдағы көндәрҙә һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Тормошто яратып, үҙегеҙ һөйөү һәм ихтирамға сорналып, тормош иптәшегеҙ менән парлашып, үҫтергән балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, эшегеҙҙән йәм табып, оҙон-оҙаҡ йылдар илһамланып, дәртләнеп йәшәргә лә йәшәргә яҙһын һеҙгә, Ғәлиә Әхтәм ҡыҙы!
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт урта мәктәбе коллективы

Автор:
Читайте нас