Бөтә яңылыҡтар

Йөҙөгөҙҙән нурҙар һүрелмәһен

Лариса ӘБДЕЛМӘНОВАны ҡотлайбыҙ!

Йөҙөгөҙҙән нурҙар һүрелмәһен
Йөҙөгөҙҙән нурҙар һүрелмәһен

Илкәнәй ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ Лариса Тәлғәт ҡыҙы ӘБДЕЛМӘНОВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, алсаҡ, һәр баланың күңеленә үтеп инә белгән, үҙ эшен намыҫлы башҡарған коллегабыҙҙы уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, коллегалары ла бик ихтирам итә, ярата.
Хөрмәтле, Лариса Тәлғәт ҡыҙы, эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа һәр саҡ уңыштар ғына насип булһын. Шәхси тормошоғоҙҙа, балаларығыҙҙың бәхеттәренә һәм уңыштарына һөйөнөп, йәшәргә яҙһын. Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан, хөрмәт иткән яҡындарығыҙ булһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙән нурҙар һүрелмәһен.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын һеҙгә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй мәктәбе коллективы.

Автор:
Читайте нас