Бөтә яңылыҡтар

Күктән ҡояш балҡып торһон нурҙар һибеп йөҙөңә

Гөлсөм КИЛМӘТОВАны ҡотлайбыҙ!

Күктән ҡояш балҡып торһон нурҙар һибеп йөҙөңә
Күктән ҡояш балҡып торһон нурҙар һибеп йөҙөңә

Тимербай ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Ермолаевола ғүмер итеүсе хөрмәтле класташыбыҙ Гөлсөм Шәүкәт ҡыҙы КИЛМӘТОВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Көндөң яҡтылығы ҡояшта, күктең бар матурлығы йондоҙҙарҙа, кешелектең бөтөн гүзәллеге ҡатын-ҡыҙҙарҙа. Ҡәҙерле класташыбыҙ, ошо матур ғүмер байрамыңда йылмайып ҡалҡҡан ҡояштай һәр ваҡыт балҡып йәшә. Күңелеңдән шатлыҡ, тәнеңдән һаулыҡ, йортоңдан именлек, бәрәкәт китмәһен. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, шатлыҡтарҙың иң олоһон, бәхеттәрҙең иң ҙурын юллайбыҙ, эшеңдә ҙурҙан-ҙур уңыштар, яҡшы күтәренке кәйеф юлдаш булһын.
Тыуған көнөңдә матур теләк
Булһын әле үҙеңә,
Күктән ҡояш балҡып торһон
Нурҙар һибеп йөҙөңә.
Шаулап сәскә атып торһон
Баҡсаларҙа гөлдәрең,
Бөгөнгөләй йәмле үтһен
Киләсәктә көндәрең.
Тыуған көнөң, юбилейың менән
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ
Сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстар
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән класташтарың.

Автор:
Читайте нас