Бөтә яңылыҡтар

Сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеп ал беҙҙән

Гөлсөм Шәүкәт ҡыҙы КИЛМӘТОВАНЫ 55 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеп ал беҙҙән
Сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеп ал беҙҙән
Ермолаево ауылы.
Иң ҡәҙерле, иң яҡын һәм яратҡан кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ - Гөлсөм Шәүкәт ҡыҙы КИЛМӘТОВАНЫ 55 йәшлек матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Матур ғүмер байрвмыңда һиңә барыһы өсөндә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ!
Әсәй, һиңә илле биш
Өс балаң бар, өс оноҡ
Ауыр булғандыр һеҙгә
Ул саҡтарҙы һин онот.

Тәрбиә биреп беҙгә
Оло юлға сығарҙың
Хәҙер беҙ ҙә аңлайбыҙ
Һин булғанһың сыҙамлы

Аҡса һанаған ваҡыттар
Беҙҙе оҙатҡан саҡта
Онотманык, тырыштыҡ
Өмөтөңдө аҡларға

Тормошта һин күргәнһең
Һин ғәҙел дә һәм көслө
Беҙгә бирҙең йылылыҡ
Ҡояш нурҙары төҫлө

Һәрсаҡ ҡаршы алаһың
Яҡты йөҙҙәрең менән
Сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен
Ҡабул итеп ал беҙҙән

Ҡайтҡаныбыҙҙы көтөп
Тулы булыр өстәлдәр
Табынға йәмдәр өҫтәп
Йылы һүҙҙәр өҫтәлә

Кейәүҙәрең дә һиңә
Үҙ улдарың шикелле
Улар ҙа эреп китә
Һинең йөҙөң һөйкөмлө

Ҡошсоҡтар һәм баҡсалар
Барыһына өлгөрәһең
Хоҙай бирһен таҙалыҡ
Һеҙгә беҙҙең әйтер һүҙ

Бик ҙур таяныс булып,
Йәшәйһегеҙ һәр көндә,
Якты хистәр тыуҙырып
Йәм һалдығыҙ күңелгә.

Ғүмерегеҙ булһын оҙон,
Йәнәшәлә булайык беҙ,
Матур миҙгелдәр булһын,
Бәхетле ҡалайык беҙ!

Иҙге теләктәребеҙҙе
Һиңә әйтәһе килә,
Тормошта бул бәхетле,
Булырбыҙ һинең менән.

Үҙең өсөн йәшәргә
Хәҙер инде һин тырыш
Барыбыҙҙа бер теләк:
Хәйерле булһын тормош.
 
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән тормош иптәшең Сабир, балаларың Гүзәл, Зәлиә, Айнур, кейәүҙәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Автор:
Читайте нас