Бөтә яңылыҡтар

Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә

Мәрйәм МАНҒОТОВАны юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!

Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һөйөклө әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ - Мәрйәм Минғәли ҡыҙы МАНҒОТОВАны - ғүмеренең матур байрамы - 85 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе бар ғаиләбеҙгә - балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа бирәһең. Әсәй, һине матур байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, ҡыуаныстарға төрөнөп, сәләмәтлек менән имен тормошта йәшәргә яҙһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йәҙөңдән йылмайыу китмәй йәшәй белеүең менән беҙгә өлгөһөң, яратып-һөйөп үҫтереүең өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ.
Тырыш һинең оҫта ҡулдарың,
Матур эҙле үткән юлдарың.
Барса туғандарға, яҡындарға
Һәр саҡ изге булды уйҙарың.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас