Түбәнге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Әбделәхәт Әбдрәхмән улы ИСХАҠОВ ғүмеренең күркәм байрамын - 75 йәшлек матур юбилейын ҡаршылай!
Күптәргә өлгө булырлыҡ, лайыҡлы тормош юлын үткән, тынғы белмәгән, тырыш, хәстәрлекле, ярҙамсыл, олоһона ла, кесеһенә иғтибарлы ҡәҙерле кешебеҙҙе ошо байрамы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн һәр саҡ оло рухи көс, сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ өлгөһө. Һин эшһөйәр, үҙ һүҙеңә һәм эшеңә тоғро шәхес, хәстәрлекле тормош иптәше, атай һәм олатай, абруйлы уҙаман. Беҙгә йылы мөнәсәбәтең, ҡурсалап тороуың, матур итеп тәрбиәләүең өсөн рәхмәт һиңә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ. Һиңә йөрәгебеҙҙән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәһебеҙ килә. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәк тормошта һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған бар теләгең
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлгөнә, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.