Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
3 Сентябрь , 16:56

Үҫтерегеҙ улдар, матур ҡыҙҙар

Түбәнге Баба ауылы егете Ишкинин Алмаз Азат улы менән Күмертау ҡалаһы һылыуы Искәндәрова Илнара Марат ҡыҙын иң иҫтәлекле ғүмер байрамдары – законлы никахтары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Үҫтерегеҙ улдар, матур ҡыҙҙар
Үҫтерегеҙ улдар, матур ҡыҙҙар

Парлы, тигеҙ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ, мөхәббәтегеҙҙе һаҡлап, бер-берегеҙҙе аңлап, ихтирам итеп, балалар үҫтереп, беҙҙе ҡыуандырып матур йәшәгеҙ! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ!!!
Ата-бабаң төйәк иткән ергә
Килен булып төштөң һылыу ҡыҙ.
Көйәнтәгә пар силәктәр элеп,
Һыуға барҙың бөгөн ҡыҙым һин.
Парлы силәгеңдәй парлы булһын
Һөйгән йәрең менән үтер юл,
Силәктәге һыуҙай тулы булһын,
Ташып торһон бәхетең шулай гел.
Оҙон ғүмер насип булһын һеҙгә,
Һаулығығыҙ булһын ҡоростай.
Үҫтерегеҙ улдар, матур ҡыҙҙар,
Заман елдәренә бирешмәй...

Ҡотлау менән Ғәлиевтар ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас: