Абдул ауылы
Беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйбеҙ - Мәүлиҙә Әнүәретдин ҡыҙы ХИСАМОВАны - 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең сабыр, изге күңелеңде, ихласлығыңды, тырышлығыңды, туған йәнлелегеңде ябай һүҙҙәр менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Әтейебеҙ менән бергә, беҙгә ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә бирҙегеҙ. Матур итеп туйҙар яһап, оло тормош юлына баҫтырҙығыҙ. Бөгөнгө көндә лә ярҙамығыҙҙан, изге кәңәштәрегеҙҙән айырмай, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, ҡайтҡан һайын беҙҙе яҡты йөҙ, тәмле һыйҙарығыҙ менән ҡарша алаһығыҙ, көстәнәстәр тейәп оҙатып ҡалаһығыҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙ, һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәтле, парлы, бәрәкәтле тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Киләсәктә лә шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта, әтейебеҙ менән бергә, парлашып йәшәргә яҙһын!
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Яҡындарың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғәли, улдарың Илдар, Илнур, ҡыҙың Гөлдәр, килендәрең Ләйсән, Миләүшә, кейәүең Рөстәм, ейән-ейәнсәрҙәрең Дилә, Илнар, Нурзилә, Азалия, Яҙгөл, Сафина, Ислам, Динар