

Яҡшымбәт ауылы.
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ - Фәүзиә Әмин ҡыҙы АЛЛАБИРҘИНА ғүмеренең күркәм байрамын - 65 йәшлек матур юбилейын ҡаршылай!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, бал ҡортондай уңған, ҡунаҡсыл хужабикә, ғаиләһе, туғандары тип, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы өләсәй.
Яҡыныбыҙ, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлектә, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм табып, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған бар теләктәрен
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.