Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Сентябрь 2025, 04:11

Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа йәшәүеңде теләйбеҙ!

Рая ӘҠБӘРОВАны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа йәшәүеңде теләйбеҙ!Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа йәшәүеңде теләйбеҙ!
Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа йәшәүеңде теләйбеҙ!

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған туғаныбыҙ - Рая Йәноҙаҡ ҡыҙы ӘҠБӘРОВАны - 70 йәшлек ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Туғаныбыҙ ҡаҡшамаҫ сәләмәтлектә, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ! Һәр ваҡытта алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм табып, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән йәшәүеңде теләйбеҙ!
Яҡын көндәрҙә һылыуыбыҙҙың кейәүебеҙ - Хөсәин Исмәғил улы менән бергә, татыу ғүмер итеүҙәренә - 50 йыл була. Икеһе лә уңған, тырыш, матур итеп атай йортонда донъя көтәләр. Уларҙы ошо күркәм байрамдары менән дә ихлас ҡотлап, йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһан һиңә һәр саҡта.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған һәр теләгең
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән апайың Мәрйәм, һылыуҙарың Мәрзиә, Фәрзәнә, уларҙың тормош иптәштәре.

Автор:
Читайте нас