Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
11 Сентябрь , 16:01

Улым менән киленемә ҙур-ҙур рәхмәт!

9 сентябрь көнө башҡалабыҙ Өфөлә шаулап-гөрләп туй тантанаһы үтте.

Улым менән киленемә ҙур-ҙур рәхмәт!
Улым менән киленемә ҙур-ҙур рәхмәт!

Ырымбур өлкәhе, Төйлөгән районы, Аллабирҙе ауылы батыры Хоҙайбирҙин Денис hәм Көйөргәҙе районы Аҡhары ауылы hылыуы Хәмитова Ильвина оло тормош юлына баҫтылар.

Был матур байрамды ойоштороуҙы йәштәр тулыhынса үҙ өҫтәренә алды. Еренә еткереп, бар ерен уйлап үткәрҙеләр. Туй мәжлесе йыр-моң, бейеү, уйын-көлкө менән бер тында үтте лә китте. Улым менән киленемә, матур байрам өсөн, ҙур-ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Алдағы көндәрендә уларға ысын күңелдән бәхет, мөхәббәт, бер-береheн хөрмәт итеп, ҡулға-ҡул тотоноп, оҙон-оҙаҡ парлы, тигез булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ! Йортоғоҙҙа hәр ваҡыт шатлыҡ, бәхет, муллыҡ hәм йылылыҡ булhын. Мөхәббәтегеҙ мәңге hүнмәhен-hүрелмәhен!  Бәхетле булығыҙ! Беҙ hеҙҙе яратабыҙ!

Барлыҡ туғандар исеменән әсәйегез Лиля.

Автор:
Читайте нас