Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
12 Сентябрь , 10:11

Йортобоҙҙоң яҡты нурын һаҡлап, тыныслыҡта оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын

Зәйтүнә БИКМАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Йортобоҙҙоң яҡты нурын һаҡлап, тыныслыҡта  оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын
Йортобоҙҙоң яҡты нурын һаҡлап, тыныслыҡта оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын

Яҡшымбәт ауылы
Иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ – Зәйтүнә Әбделнәғим ҡыҙы БИКМАЕВА үҙенең 70 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай, беҙ уны ҡотлап, йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ, һине ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ. Алдағы көндәреңдә һиңә күңел тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы булған аяҙ бәхетле көндәр теләйбеҙ. Беҙ, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, изгелектәрен генә күреп, шатлыҡтарыбыҙға һөйөнөп, йортобоҙҙоң яҡты нурын һаҡлап, тыныслыҡта тағы оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ. Беҙ һине яратабыҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әнәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улдарың Рим, Раиль, килендәрең Фәнилә, Әлиә, ейән-ейәнсәрҙәрең Юлиә, Азат, Радмир, Радмила, кейәүең Арыҫлан.

Автор:
Читайте нас