

Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, именлек теләйбеҙ. Һин беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Йөҙөңдән һис ҡасан бәхет нуры китмәһен. Күңелеңдең нуры менән көндәребеҙҙе яҡтыртып, әтейебеҙ менән бәрәкәтле, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илшат, ҡыҙҙарың Эльвира, Венера, Ирина, улың Ильяс, кейәүҙәрең Фәһим, Фидан, киленең Аида һәм дә барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең.