Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Сентября 2025, 06:54

Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле һин!

Рәйфә Данияр ҡыҙы БИКБАЕВА үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләй!

Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле һин!Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле һин!
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле һин!

Ҡалта ауылы
Рәйфә Данияр ҡыҙы БИКБАЕВА үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләй! Ҡәҙерлебеҙ! Һине ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, һиңә киләсәк тормошоңда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүеңде теләйбеҙ, әлегеләй уңған хужабикә, һөйөклө тормош иптәше, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып, изгелектәр күреп кенә йәшәһәң ине. Ильяс ҡәйнеш менән имен тыныс тормошта йәшәгеҙ.
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит!
Изге теләк, наҙлы һүҙҙән башҡа
Табып булмай затлы бүләкте
Бҽҙҙҽң өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле!
Тыуған көнөң менән!
Иң изге теләктәр менән Бикбаевтар ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас