Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, һөйөклө әнәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ, һине 55 йәшлек юбилейың менән ҡотлайбыҙ! Һиңә оҙон ғүмер, тәрән бәхет, йорт урыны, күңел тыныслығы һәм һәр эшеңдә уңыштар теләйбеҙ. Йылдар ҙа тынмаһын, ә йөрәгеңдәге яҙмыш шатлыҡ балҡышы менән янып торһон!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә hиңә бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһын,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Бер кайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әнәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ильяс, ҡыҙың Фәнүзә, кейәүең Илнур, ейәнсәрҙәрең Илюзә, Дания.