Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
16 Сентябрь 2025, 06:27

Оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ

Зөһрә СӘЙФҮТДИНОВАны ҡотлайбыҙ!

Оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙОҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ
Оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле әнейебеҙ, өләсәйебеҙ, апайыбыҙ, һылыуыбыҙ Зөһрә Рауил ҡыҙы СӘЙФҮТДИНОВАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, изгелеген күреп, тормошобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән балаларың һәм туғандары Сәйфүтдиновтар, Гориндар, Ҡобағошовтар, Байғүбәковтар менән ике Хәсәновтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас