

Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һылыуым, апайыбыҙ, инәйебеҙ Тәкиә Ғәзиз ҡыҙы һәм кейәүем, еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ Фәрит Ғәлей улы ТӨХФӘТУЛЛИНДАРҙы 70 йәшлек юбилейҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙгә йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Сәләмәт булығыҙ, тигеҙлек менән балалар, ейән-ейәнсәрҙәр бәхетенә ҡыуанып йәшәгеҙ! Һеҙгә бәхеттең иң ҙурын, уңыштың иң мулын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Хоҙай биргән ғүмерегеҙҙең ҡәҙерен белеп, бер-берегеҙгә терәк һәм кәрәк булып, яҡын кешеләрегеҙҙе һөйөндөрөп, иҫәнлектә, һаулыҡта, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Иң изге теләктәр менән апайығыҙ Зөһрә, Ишдәүләтовтар, Ҡәҙерғоловтар, Ташбулатовтар ғаиләләре.