Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
17 Сентябрь 2025, 10:21

Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең тыныс булһын

Әлмира ӘМИНЕВАны ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең тыныс булһынИртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең тыныс булһын
Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең тыныс булһын

Иҫке Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, нәнәйебеҙ, апайыбыҙ, еңгәбеҙ Әлмира Әшрәф ҡыҙы ӘМИНЕВАны 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәктәребеҙҙән сыҡҡан йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә һаулыҡтың ныҡлығын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең тыныс булһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡҡа ғына тулып тәгәрәһен.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош-
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған бар теләгең
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙары Гөлназ һәм Гөлфирә, улы Ильяс, кейәүе Илшат, ейәнсәрҙәре Камила һәм Азалия, Әбсәләмовтар, Алтыншиндар, Ибраевтар, Дәүләтшиндар, Кинжалеевтар, Ҡалдаровтар, Мостафиндар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас