Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
17 Сентября 2025, 10:23

Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ

Зөһрә ИШДӘҮЛӘТОВАны матур юбилейы менән тәбрикләйбеҙ!

Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙТырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ

Яҡут ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Зөһрә Анатолий ҡыҙы ИШДӘҮЛӘТОВАны 75 йәшлек матур юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып алға тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй һәр атҡан таңға ҡыуанып, үткәнгә үкенмәй бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын, киләсәктә лә тормоштан йәм табып йәшә. Артабан да бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да һис бойоҡма,
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм Ишдәүләтовтар, Ҡәҙерғоловтар, Ташбулатовтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас