

Күмертау ҡалаһы
Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылында тыуып үҫкән ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, һылыуыбыҙ, балдыҙыбыҙ Рәшиҙә Фәтих ҡыҙы ХАЛИҠОВАны 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм дә ихлас йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан изге-уй теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Хәстәрлекле, ихтирамға лайыҡлы булған кешебеҙгә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге һәм бәхете теләйбеҙ. Киләһе көндәрҙә лә йәшлек көс-ҡеүәтен һүндермәй, яҡындарыңа терәк, таяныс, кәңәшсе, йәшәү мәғәнәһе булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, донъяның һәр миҙгеленә ҡыуанып яғындарыңдың изгелеген, ҡыуанысын тойоп, күреп, һөйөнөп йәшәргә яҙһын. Күңелең һәр ваҡыт көр, йөҙөң әлегеләй ихлас, нурлы булһын.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең иң изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар беҙгә
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Шулай уҡ, күптән түгел, үҙенең 55 йәшлек ғүмер байрамын билдәләүсе кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ, бажабыҙ Фәнир Баймырҙа улы ХАЛИҠОВты ла ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Уға именлек, сәләмәтлек, бәхет, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, барыһына ла терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һиңә бәхет, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуанысың торһон урғылып.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Зөһрә, апайың Зәлифә, еҙнәң Вәкил, мырҙаң Фәнил, һылыуың Резеда, кейәүең Булат һәм уларҙың балалары.