Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
20 Сентябрь 2025, 04:57

Ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен

Мәҙәрик СЫНБУЛАТОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһенҒүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен
Ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен

Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ Мәҙәрик Ирек улы СЫНБУЛАТОВты 55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, ярҙамсыл, тырыш коллегабыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъяларҙы нурлы итеп бәхетле ғүмерҙә, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарығыҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йәшегеҙгә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен, йөҙөгөҙҙән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауыл биләмәһе коллективы.

Автор:
Читайте нас