Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
20 Сентябрь 2025, 05:07

Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән

Тимур ШӘРИПОВ йәшлегенең матур байрамын билдәләй!

Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менәнҺәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән

Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәгән, беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө улым, яратҡан мырҙам, абзыйыбыҙ - Тимур Рәвил улы ШӘРИПОВ йәшлегенең матур байрамын – 35 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!
Тырыш, уңған, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, апайың Рәлиә, ҡустың Айгиз, туғандарың Зария, Вадим, бабайың Рәмил.

Автор:
Читайте нас