

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Мәҙәрик Ирек улы СЫНБУЛАТОВты 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ошо матур көндә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ.
Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, әсәйебеҙ менән бергә, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ парлы тормошта йәшәргә насип булһын, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген тойоп, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшә.
Ҡотло булһын, һинең, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Һау-сәләмәт уҙайыҡ бергәләшеп
Киләсәктә тормош юлдарын.
Ин изге теләктәр менән тормош иптәшең Ләйлә, ҡыҙҙарың Ләйсән, Гүзәл, кейәүең Дамир, ейәнең Тамерлан, ейәнсәрең Айлин.