

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, ҡайынбикәбеҙ - Эльвира Илшат ҡыҙы ВӘЛИДОВАны күркәм ғүмер байрамы - 45 йәшлек матур юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөбөҙ беҙҙең, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ, һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарға, килгән көҙҙәргә, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Юбилейың менән ҡотлап һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә
Ҡайғы еле һис тә теймәһен!
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңелең түренә,
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып
Талмай атла ғүмер түренә!
Иң изге теләктәр менән атайың, әсәйең, һылыуҙарың Венера, Ирина, мырҙаң Ильяс, кейәүең Фидан, киленең Аида.