Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
22 Сентябрь 2025, 07:16

Беҙ теләйбеҙ һиңә шатлыҡтарҙың иң олоһон

Гөлназ ХӘСӘНОВАны ихлас ҡотлайбыҙ!

Беҙ теләйбеҙ һиңә шатлыҡтарҙың иң олоһонБеҙ теләйбеҙ һиңә шатлыҡтарҙың иң олоһон
Беҙ теләйбеҙ һиңә шатлыҡтарҙың иң олоһон

Абдул ауылы
Беҙҙең өсөн иң яҡын, иң ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, киленебеҙ, еңгәбеҙ Гөлназ Нурис ҡыҙы ХӘСӘНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Һиңә аяҙ күк йөҙө, аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Һәр беребеҙгә терәк-таяныс булған оло йөрәкле, көслө рухлы, сабыр, аҡыллы, беҙҙе яратҡан тоғро ҡатын да, ғәзиз әсә лә, ихтирамлы туған да бит һин! Киләсәк көндәрҙә лә тормошто яратып, беҙҙең тарафтан гел рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, ҡәҙер–хөрмәтебеҙгә төрөнөп, ауырлыҡтарға баш эймәй, ҡайғы-хәсрәттәр күрмәй, тик шатлыҡтарға ғына күмелеп бәхетле парлы ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
50 йәшлек оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң олоһон.
Көндәрҙең дә бәхетлеһен генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Шамил, балаларың һәм Ҡобағошевтар, Сәфүтдинова, Байғубәковтар, Хәсәновтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас