Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
23 Сентября 2025, 02:48

Изгелегең, ихлас хәстәрҙәрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын

Илгиз ҒӘББӘСОВты ҡотлайбыҙ!

Изгелегең, ихлас хәстәрҙәрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһынИзгелегең, ихлас хәстәрҙәрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын
Изгелегең, ихлас хәстәрҙәрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын

Кинйәбай ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ, хәстәрлекле атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ - ҒӘББӘСОВ Илгиз Сәлим улы ғүмеренең күркәм байрамын - 50 йәшлек матур юбилейын ҡаршылай! Тырыш, хәстәрлекле, ярҙамсыл, олоһона ла, кесеһенә иғтибарлы ҡәҙерле кешебеҙҙе ошо байрамы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Яҡыныбыҙ, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлектә, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм табып, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрҙәрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән йәшәргә Хоҙай насип итһен!

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың һәм ейән -ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас