

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, Азат Әшрәф улы ИШКИНИНды 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!!!
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшендә ҙур уңыштар, именлек теләйбеҙ! Өлгөлө ғаилә башлығы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле атай, эшендә яуаплы һәм намыҫлы, туғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк ул!
Күркәм байрамы менән ҡотлап, уға йөрәк түренән урғылған иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Яҡындарыңдың һөйөүен, ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, кешелекле, ярҙамсыл һәм оло йөрәкле булып ҡал. Һин яныбыҙҙа булғанда беҙ тыныс, яҡлаулы, ҡурсаулы. Һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади үрҙәр, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ.
55 йәш – ул ир-уҙаман өсөн
Иң матур мәл, йәшәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған мәл,
Тура юлдан барған саптарың.
Әсәй фатихаһы, сәләмәтлек
Һинең менән булһын гел бергә.
Именлектә, ғаилә бәхетендә
Оҙаҡ йәшә, йәшнә был ерҙә.
55 йәш ул ир-уҙаман өсөн
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Олатайҙар булып ейәндәргә
Татыу яҙһын йәшәү йәмдәрен.
Бар туғандарың исеменән иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нәзилә, улдарың Азамат, Алмаз, киленең Илнара, ҡыҙың Илүзә!