Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Сентября 2025, 03:22

Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул

Рәмилә МӨХӘМӘТШИНАны ҡотлайбыҙ!

Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш булОҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул
Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәмилә Хисмәт ҡыҙы МӨХӘМӘТШИНАны оло байрамы - 60 йәшлек юбилей менән ҡотлап, уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерле әсәй, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт, һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн. Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Балаларыңдың ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәрен күреп, бәхетле йәшә! Һиңә тик аяҙ көндәр, яҡты иртәләр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Һин бит, әсәй, беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
Иң изге ҡотлауҙар менән һинең яратҡан тормош ипташең Илшат, улың Рифат, киленең Нәйлә, ҡыҙың Ильвина, кейәүең Фидан һәм ейәндәрең Кәрим менән Радмир.

Автор:
Читайте нас