

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ – Вил Тәлғәт улы ХӘМИТОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һиңә бөгөнгө матур байрамыңда ниндәй генә теләктәр теләһәк тә әҙ булыр һымаҡ. Һәр ваҡыт алсаҡ, ябай, ярҙамсыл, тырыш булған ҡәҙерле кешебеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң-иң олоһон, hаулыҡтын иң-иң ныҡлыһын теләйбеҙ!
Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, ярҙамсыл булып ҡал!
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәмзиә һәм балаларың.