Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
29 Сентября 2025, 06:16

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр

Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән Мәҡсүтова Рәүилә Рауил ҡыҙы бөгөн үҙенең ғүмер байрамын билдәләй.

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәрШатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр

Яҡыныбыҙҙы алтын юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, был мөһим көнөңдә һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет һәм именлек теләйбеҙ. Тормошоңда һәр саҡ яҡты уйҙар, яҡшы дуҫтар, яратҡан кешеләрең булһын. Һинең күңелеңдә һәр ваҡыт йылылыҡ, йылмайыу һәм ышаныс булһын. Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрен булһын ғүмерлек.
Аллаһ һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Ин изге теләктәр менән атайың, әнәйең, улың Илнур, ҡыҙың Ильгина, туғаның Румил, киленең Зөлмирә һәм уларҙың балалары Тимур, Диана.

Автор:
Читайте нас