

Мәләүез ҡалаһы
Беҙҙең яҡыныбыҙ, ҡыҙыбыҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Оксана Азат ҡыҙы Рамаҙанованы йәшлегенең күркәм байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙәге иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ,
һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, тормош ҡыуаныстарына тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Кейәүебеҙ Илнур менан улдарығыҙ Аслан, Ильяс, Ислам һәм ҡыҙығыҙ Азалияның уңыштарына ҡыуанып , уларҙы аяҡҡа баҫтырып, матур ғүмер кисерергә насип итһен Хоҙай! Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын. Йәшеңә йылдар өстәлһә лә, маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр көс-ҡөҙрәтең һүрелмәһен, һүнмәһен, баҫҡан аҙымдарың ышаныслы булһын.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңа ынйы һибелһен.
Тормошоңдың атҡан алһыу таңы,
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Иң изге теләктәр менән атайың Азат, әсәйең Венера, һылыуың Юлиә, кейәүең Марсель, барлыҡ яҡындарың, туғандарың һәм уларҙың балалары.