

Беҙ ҡәҙерлеләребеҙҙе ошо күркәм байрамдары менән ҡотлап, уларға йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Зәйнәб Ғиниәтулла ҡыҙы Көйөргәҙе районы Уңғар ауылында тыуа, ә Закир Шәкир улы Күгәрсен районы Аҙнағол ауылында донъяға килә. Ҡәҙерлеләребеҙ матур ғаилә ҡороп, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тормош юлын үтәләр. Улар 1975 йылдан Ырымбур ҡалаһында донъя көтәләр.
Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт-ышаныс талап ителә. Ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Артабан дә бергә-бергә шатлыҡта, ҡыуаныста һәм бәхеттә генә йәшәргә яҙһын һеҙгә!
Сәләмәтлек һеҙҙе ташламаһын,
Аяҡ-ҡулдарығыҙ булһын һыҙлауһыҙ.
Балаларығыҙ,туғандарығыҙ менән
Оҙаҡ йәшәгеҙ һис бер ҡайғыһыҙ!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарығыҙ Зөлфиә, Әлфиә, ейәнсәрҙәрегеҙ Әлфинә, Виктория, бүләсәрегеҙ Ксения, кейәүҙәрегеҙ Антон, Александр