Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
3 Октябрь 2025, 04:14

Ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ

Зилә БАТЫРОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙНыҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ
Ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең ғәзиз әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ – Зилә Мидхәт ҡыҙы БАТЫРОВАны күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ килгән һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Олеся, Алһыу, кейәүҙәрең Вадим, Фәнил һәм ейәнсәрҙәрең Элина, Вероника.

Автор:
Читайте нас