

Лилиә һылыуыбыҙ көҙҙөң алтынға сорналған мәлендә ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә.
Бәләкәйҙән аҡыллы, тырыш, уңған, туған йәнле булып үҫә. Ата-әсәһенең уң ҡулы, ҡусты-һылыуҙарының терәге була ул. Оҙаҡ йылдар "Таймаҫ" совхозында ашханала эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Тормош иптәше Рәйес кейәүебеҙ менән Рәфис һәм Рөстәм исемле баһадир улдар тәрбиәләп, уҡытып, матур туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөнгө көндә улар 5 ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәйе. Балаларына, туғандарына терәк-таяныс булып, тормош һуҡмағынан иңгә-иң терәшеп, ышаныслы алға атлайҙар яҡындарыбыҙ. Лилиә һылыуыбыҙҙы матур юбилейы менән тәбрикләп, күңел түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Рәйес кейәү менән сөкөрҙәшеп, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың рәхмәтенә төрөнөп, бәхетле ғүмер итегеҙ!
Ҡотлау менән, Рыҫҡоловтар, Абдуллиндар, Мәҡсүтовтар ғаиләләре.