Бөтә яңылыҡтар

Май ҡояшы кеүек яҡты йөҙөгөҙ

Бөгөн ҡәҙерле атайыбыҙ Илһам Әхмәҙулла улы менән һөйөклө әсәйебеҙ Рәзифә Юнир ҡыҙы ЙӨҘӨМБАЕВТАРҙың матур байрамдары - никах туйҙары көнө!

Май ҡояшы кеүек яҡты йөҙөгөҙ
Май ҡояшы кеүек яҡты йөҙөгөҙ

Ҡәҙерлеләребеҙ, пар күгәрсендәй гөрләшеп, бер-берегеҙҙе һөйөп, ҡыуанышып йәшәгеҙ. Киләсәктә лә бер-берегеҙгә һәр саҡ иптәш, серҙәш, ныҡлы терәк булып, яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп ғүмер кисерергә яҙһын! Оҙон ғүмерле булығыҙ. Ҡотло булһын никах туйығыҙ!
Атай, Әсәй - беҙҙең пар ҡанат,
Май ҡояшы кеүек яҡты йөҙөгөҙ.
Бәхет, шатлыҡ менән тулып торһон
Атыр таңдар, тыуыр көндәрегеҙ.
Изгелектәр менән тормош юлығыҙҙа
Бер-бер артлы килһен яҡшылыҡ.
Беҙ бәхетле, беҙҙең донъябыҙҙа
Һеҙ булғанға - беҙҙең яҡтылыҡ!
Мөхәббәтегеҙҙең уты дөрләп янһын!
Һеҙ бит беҙҙең тормош йәмебеҙ!
Йөҙөгөҙҙә һәр саҡ балҡып торһон
Һөйөү тулы ҡараш, йылмайыуығыҙ.
Был донъяла беҙҙең барыр юлдар,
Ҡайтыр юлдар һеҙгә бағылған.
Атай, Әсәй, сикһеҙ рәхмәт һеҙгә,
Беҙҙең бәхет һеҙҙән башланған!
Йөрәк аша сыҡҡан йылы һүҙҙәр
Ҡыуандырып торһон һеҙҙе һәр ваҡыт.
Алда әле тағы матур, күркәм йылдар
Ғаиләбеҙҙең берҙәмлеге кеүек!
Иң изге теләктәр менән улығыҙ Денис, киленегеҙ Раушания, ҡыҙығыҙ Дания.

Автор:
Читайте нас: