Ҡунаҡбай ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ Рәмзилә Минебай ҡыҙы СӘЛИХОВАны ғүмеренең күркәм байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, яныбыҙҙа һин булғанға донъябыҙ йәмле һәм яҡты, күңелебеҙ наҙ менән тулы. Һин, һинең йәшәү рәүешең, күркәм сифаттарың – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, һинең сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ. Тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен! Яҡындарың менән бергә ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән балаларың.