Ҡалта ауылы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Заһиҙулла Хәйҙәр улы БИҒӘНӘКОВты 90 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы, изге теләктәребеҙҙе еткереп ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡояштай оҙонон, мул тормошта беҙҙең менән бергә бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә барлыҡ яҡындарыңдың оло хөрмәтен, яратыуын тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып ғүмер йәшәргә Хоҙай насип итһен. Балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Аллаһы Тәғәлә тәнеңә - сихәт, күңел тыныслығы, тормош именлеге бирһен үҙеңә. Йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, артабан да көслө рухлы, кешелекле һәм кеселекле булып ҡал. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән балаларың.