Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Шәкүр Шәүәли улы АҘНАБАЕВты матур ғүмер байрамы – 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Атайыбыҙ изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле булыуы менән ихтирамға лайыҡ. Беҙ атайыбыҙға йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, Хоҙай һине һаулыҡтан, донъя ҡыуаныстарынан, күңел тыныслығынан айырмаһын. Киләсәктә лә гел изге күңелле, аҡыллы кәңәшсе булып, алсаҡ йөҙлө, балаларыңдың, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, яҡындарыңдың изгелеген күреп һәр бер атҡан таңға ҡыуанып, тыуған йортобоҙға йәм биреп, беҙ-балаларың изгелегендә, игелегендә, иҫәнлектә-именлектә, әсәйебеҙ менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Игелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, атай, тормошта.
Атай, тиеп әйтер кешебеҙ булғас
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Атла, атай, тормош юлдарынан
Әсәй менән икәү йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлнара, Айгөл, кейәүҙәрең Илфат, Азамат, улың Салауат һәм ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәләрең.