Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәфис Рәсфән улы НАФИҠОВты 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, олатай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған, ышаныслы дуҫ ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Һиңә ошо матур байрамыңда ниндәй генә теләктәр юллаһаҡ та аҙ булыр һымаҡ. Тәүәккәл, көслө ихтыярлы булыуың һәм дөрөҫлөктө яратыуың менән ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, донъябыҙҙы йәмләп, һаулыҡта, именлектә ғүмер итергә яҙһын.
Сәләмәт бул, гел шатланып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түренә.
Яҡындарыңа ҡанат, терәк булып,
Талмай атла ғүмер түренә.
Шулай уҡ, ошо көндәрҙә, үҙенең ғүмер байрамын ҡыҙыбыҙ Әлфиә Рәфис ҡыҙы ла билдәләне. Ҡәҙерлебеҙҙе тыуған көнө менән ҡотлап иң изге һәм йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Уңған, тырыш, хәстәрлекле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп яҡындары менән бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.
Ҡояш кеүек тормошоңа
Аҡ бәхеттәр килһен өйөлөп,
Ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Иң изге теләктәр менән яҡындарығыҙ.