Донъялағы беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, РӘХМӘТУЛЛИН Рәмил Нәбиулла улының күркәм байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һинең тәрбиәң, мөхәббәтең һәм ихлас хәстәрлегең өсөн ҙур рәхмәт! Яныбыҙҙа тап ҺИН — яҡшы тормош иптәше, атай һәм олатай өлгөһө булғаныңа яҙмышҡа рәхмәтлебеҙ.
Тормошоң артабан да сағыу буяуҙарға бай булһын, һаулығың ныҡлы, кәйефең күтәренке булһын, ә ғаиләң һәр ваҡыт йылыһы һәм мөхәббәте менән уратып алһын. Һиңә бәхет, онотолмаҫ мәлдәр, күңелле сюрприздар һәм донъялағы иң ҙур балыҡты тотоуыңды теләйбеҙ.
Хәстәрлегең, мөхәббәтең, изгелегең һәм беҙҙе бөгөнгө кеше иткән тәрбиәң өсөн ҙур рәхмәт. Хыялдарың тормошҡа ашһын, йөрәгең ҡатыныңдың, балаларыңдың һәм ейәндәреңдең уңыштарына һөйөнөп торһон, ә алда һине тағы ла бик күп яҡты һәм шатлыҡлы көндәр көтһөн!
Беҙ hине яратабыҙ һәм һинең менән ғорурланабыҙ, атай!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, кейәүең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.