Тирә-яғыңдағы кешеләргә шатлыҡ өләшеүсе, олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле һәм изгелекле, кәңәшсе булған, уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле ут күршебеҙгә аяҙ күк йөҙө, аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер, атыр таңдарың ҡояшлы, яҡты булыуын теләйбеҙ. Алла бирһә, алдағы көндәрҙә лә тормошто яратып, яҡындарыңдан гел рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға,
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда!
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән ут күршеләрең.