Бөтә яңылыҡтар

Ҡояштай оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр насип булһын

Ҡотлоюл ауылында тыуып, әлеге көндә Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Фәнирә Зиннәт ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНАны матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡояштай оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр насип булһын
Ҡояштай оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр насип булһын

Туғаным, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, эшеңдә уңыштар, Азат кейәүебеҙ менән тигеҙ ғүмер итеүегеҙҙе, балалар, ейәндәр ҡыуанысында оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын, Алла бирһә. Киләсәктә лә әлегеләй уңған хужабикә, киң күңелле туған, аҡыллы әсәй, бәхетле өләсәй булып йәшәргә булһын. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ ҡәҙерлебеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен,
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен,
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән Ясыҡаевтар ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас: