Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ күп, ғүмерҙәр оҙаҡ булһын

Ҡәҙерле ҡыҙымды, тормош иптәшемде, әсәйемде Нәзирә Әхтәм ҡыҙы ИБРАҺИМОВАны күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һаулыҡ күп, ғүмерҙәр оҙаҡ булһын
Һаулыҡ күп, ғүмерҙәр оҙаҡ булһын

Тыуған көнө менән тәбрикләп, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Көндәрен өмөт нуры балҡытып, ғүмер йомғағы шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып алға тәгәрләһен. Артабан да бөгөнгөләй алсаҡ йөҙлө, оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарының шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Юбилейың менән ҡотлайбыҙ,
Бәхеттәр, шатлыҡ теләйбеҙ,
Һаулыҡ та күп булһын,
Ғүмерҙәр оҙаҡ булһын.
Һәр биш йыл һайын,
Шундау уҡ байрам үтһен,
Яратҡанығыҙ яратһын,
Бәләнән һаҡлай белһен.
Беҙ ҙә һине яратабыҙ,
Һин матурһың, намыҫлыһың,
Һинең менән һоҡланабыҙ,
Һин үҙең бик яуаплыһың.
Һине ҡотлап ҡәҙерле әсәйең Мәрйәм, яратҡан тормош иптәшең Рәшит, яратҡан берҙән-бер ҡыҙың Алһыу.

Автор:
Читайте нас: