Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Тәскирә Шәүкәт ҡыҙы АҠҺАРОВАны күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙ ер йөҙөндәге барлыҡ яҡшы сифаттарҙы үҙендә туплаған: уңған, ярҙамсыл, оло йәрәкле, изге күңелле, туған йәнле ул. Беҙгә ныҡлы таяныс, ейән-ейәнсәренә хәстәрлекле өләсәй. Балаларым, ейән-ейәнсәрем тип өҙөлөп торған, ҡайтыуыбыҙҙы түҙемһеҙләнеп көтөп, оҙатҡан саҡта хәйерле юлдар теләп ҡала ул. Һин булғанда донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Беҙгә балаларыңа кәрәк булып, йәшәүҙән йәм табып, күңел йылыһын өләшеп, ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ булып йәшә һин, Әнәй. Хоҙай үҙенде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, өмөтлө хыялдарынды тормошҡа ашырып, һәр таңды шатлыҡ -һөйөнөстәр менән генә ҡаршылырға яҙһын ине.
Юбилейың, әнәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелен.
Һиңә ҡарап, һәр саҡ һоҡланамын,
Һин йәмләйһең, әнәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәмен,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөндә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән улың Рәсил, ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Рәил, ейәнең Асҡар, ейәнсәрең Әҙилә.