Бөтә яңылыҡтар

Ҡотло булһын байрамың, тыныс булһын күңелең

Нәзирә ИБРАҺИМОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡотло булһын байрамың, тыныс булһын күңелең
Ҡотло булһын байрамың, тыныс булһын күңелең

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Нәзирә Әхтәм ҡыҙы ИБРАҺИМОВАны күркәм ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, тормош ҡыуаныстарына тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Рәшит еҙнәбеҙ менан ҡыҙығыҙ Алһыуҙың уңыштарына ҡыуанып, матур ғүмер кисерергә насип итһен Хоҙай! Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын. Йәшеңә йылдар өстәлһә лә, маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр көс-ҡөҙрәтең һүрелмәһен, һүнмәһен, баҫҡан аҙымдарың ышаныслы булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡыттп ла китмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандары исеменән һылыуы Ғәлиә, кейәүе Илдус һәм уларҙың улдары Салауат, Азамат.

Автор:
Читайте нас: