Бөтә яңылыҡтар

Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ һин иҫән-һау ғына булғанда

Айһылыу ИШМӨХӘМӘТОВАны ҡотлайбыҙ!

Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ һин иҫән-һау ғына булғанда
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ һин иҫән-һау ғына булғанда
Түбәнге Баба ауылы.
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ - Айһылыу Булат ҡыҙы Ишмөхәмәтованы ғүмеренең күркәм байрамы юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ, йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең, кәрәкһең.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, атайыбыҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда! Ҡотлау менән ҡыҙҙарың Гөлфиә, Әлфиә кейәүең Фәнил, ейәнең Кәрим. 
Автор:
Читайте нас: