Бөтә яңылыҡтар

Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә

Гөлсинә ӘҘЕҺӘМОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә
Яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған кешебеҙ - Гөлсинә Мөнир ҡыҙы ӘҘЕҺӘМОВАны күркәм байрамы - 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ !
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – аяҙ, уйҙарың –яҡты, күңелең – тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Ҡотло булһын, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Һау-сәләмәт уҙайыҡ бергәләшеп
Киләсәктә тормош юлдарын.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: