Ҡәҙерлебеҙ шул тиклем тырыш, эшһөйәр, уңған кеше. Ғүмер буйы тимер юлында машинист булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Яҡыныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ҡәҙер-хөрмәттә бәхетле ҡартлыҡ, тыныс иртәләр, күтәренке көр күңел, рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ.
Һин беҙгә һәр ваҡыт оло таяныс, кәңәшсе булдың, артабан да ҡайғы-хәсрәт күрмәй, әнейебеҙ менән иңгә-иң терәшеп, яҡындарыңдың хөрмәтен тойоп,бәрәкәтле ғүмер кисерергә насип итһен.
Бала саҡтан бөгөнгәсә
Һин беҙҙең ныҡлы терәк.
Инде үҫеп буй етһәк тә,
Атай, һин беҙгә кәрәк!
Эшһөйәрлек, ғәҙеллектең,
Һин бит, Атай, өлгөһө.
Дөрөҫ юлдан атлап барған,
Һин саф намыҫ билгеһе.
Ғүмереңде бағышланың
Тимер юлсы эшенә.
Юлдар хәлен ҡайғыртып,
Уйланаһың бөгөн дә.
Юбилейың менән ҡотлап,
Теләйбеҙ изге теләк.
Алдарыңда баш эйеп,
Әйтәбеҙ һиңә рәхмәт.
Сәләмәт бул, ауырыма,
Эштәрең гөрләп барһын.
Һин йүнәткән юлдарҙан
Поездар гөрләп уҙһын.
Әнейебеҙ менән парлап,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ.
Әлегеләй шат йылмайып,
Гөрләп донъя көтөгөҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәсимә, ҡыҙың Лилиә, улың Илдар, киленең Гөлназ, ейән-ейәнсәрҙәрең Юлиә, Эмилия, Рамазан.