Кинйәбай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Әйүп Әхмәтшәриф улы КИНЙӘБАЕВты матур ғүмер байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Атайыбыҙ изгелекле, киң күңелле, ярҙамсыл. Киләсәктә лә барлыҡ яҡындарының оло хөрмәтен, балаларының изгелеген күреп, донъя рәхәтлектәре кисереп, беҙгә терәк булып йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән ҡыҙың Тәғзимә, кейәүең Риф һәм уларҙың балалары.