Бөтә яңылыҡтар

Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә!

Рауза АБДУЛЛИНАны ҡотлайбыҙ!

Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә!
Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә!

Яңы Мораптал ауылы
Ошо көндәрҙә хөрмәтле Рауза Абдулла ҡыҙы АБДУЛЛИНА үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.
Рауза Абдула ҡыҙы Яңы Мораптал ауылында тыуа һәм ошонда үҫә. Мораптал урта мәктәбендә белем ала. СДПИ-ның физика-математика факультетын тамамлай. Уҡыуын тамамлағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайта, оҙаҡ йылдар Мораптал урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. 40 йыллап үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусыбыҙға РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре исемдәре лә бирелде.
Беҙҙе, 5 класс уҡыусыларын, үҙ ҡанаты аҫтына алып 11 класҡа тиклем оҙата барҙы. Рауза Абдулла ҡыҙы энергиялы һәм тыйнаҡ һәм үҙ эшенә тулыһынса бирелә торған педагог. Йылмайып көн һайын үҙенең уҡыусыларын ҡаршы алды. Ул белем биреүҙән тыш, беҙҙе үҙ аллы белем алыуға, уңышҡа өлгәшеүгә, ҡыҙыҡлы хәл итеү юлдарын табыуға һәм проблемаларҙан ҡурҡмау һәләтенә лә өйрәтте. Беҙ уның менән ниндәй генә саралар үткәрмәнек тә, ниндәй генә ерҙәрҙә сәйәхәт ҡылманыҡ икән! Уҡытыусыбыҙ һәр бала менән уртаҡ тел табып, һәр ваҡыт беҙҙең шик-шөбһәләрҙе иғтибар менән тыңлап, тактик һәм грамоталы хәл итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, һәр беребеҙгә ышаныс өҫтәй ине.
Абдуллина Рауза Абдулла ҡыҙы бик изге күңелле кеше. Уның ҡулдары аша бер нисә быуын уҡыусы үткән. Бөтә сығарылыш уҡыусылары ла алған белемдәре һәм тәжрибәһе өсөн уҡытыусыбыҙға рәхмәтле.
Беҙгә шундай тәжрибәле һәм грамоталы педагог, шундай әсәләрсә изге күңелле һәм иғтибарлы уҡытыусы ҡанаты аҫтында булыуыбыҙ өсөн бик бәхетлебеҙ, тип иҫәпләйбеҙ.
Күркәм юбилейы уңайынан, уҡытыусыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән 1999-сы йылғы сығарылыш уҡыусылары.

Автор:
Читайте нас: